Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы


Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан төбәк башлығы Радий Хәбиров республиканың алдынғы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика иҡтисадында ауыл хужалығы айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Аграрийҙар тырышлығы менән төбәктә йыл һайын иген һәм мал аҙығының кәрәкле запасы үҫтерелә, төрлө малсылыҡ продукцияһы етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем баҫыуҙарҙа ең һыҙғанып тырышҡан аграрийҙар һөнәри байрамын билдәләне. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Башҡортостан башлығы ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп оло рәхмәтен белдерҙе.Тантаналы ултырышта иң күп бойҙай һуғып алған райондар ҙа тәбрикләнде. Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Илеш, Хәйбулла , Саҡмағош, Благовар, Мәләүез райондары айырыуса мул уңыш йыйып алған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аграрийҙарҙы хеҙмәт геройҙары тип баһаланы. Төбәктә етештерелгән аҙыҡ-түлек күләме буйынса республика эшсәндәре Рәсәйҙең алдынғы ун төбәге иҫәбендә.

Колонна залында төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған иллегә яҡын белгес абруйлы исемдәр, Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы һәм Башҡортостан республикаһының почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һөнәри байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, ауыл хужалығының республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Республикала юғары темп менән заманса индустриаль һөт фермалары төҙөлә, шулай уҡ ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ тармаҡтары үҫешһен өсөн фермалар сафҡа индерелә. Төбәк аграрийҙары Башҡортостанды тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙән тыш, сит төбәктәргә һатыуға оҙатырлыҡ продукция етештерә. Быйыл ғына 488 мең тонна уңыш экспортҡа ебәрелгән.

Флорида Ким