«Инвестиция сәғәтен»дә ауыл хужалығында яңы башланғыстар ҡаралды

Бөгөн Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәтен» үткәрҙе. Унда төбәк сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында яңы башланғыстар ҡаралды. Шишмә районында заманса логистик комплекс төҙөләсәк. Инвестор проектты тормошҡа ашырыу өсөн 9 миллиард һумдан ашыу аҡса һалырға ниәтләй. Төҙөүселәр буласаҡ бинаның нигеҙен әҙерләп, каркастың тимер-бетон колонналарын ҡуйыуға тотонған. Ярҙам саралары сифатында проект һалым льготаларына өҫтөнлөклө статус алған.

«Инвестиция сәғәте»ндә шулай уҡ Өфөлә бетондан вибропрессланған әйберҙәр етештереү буйынса цех төҙөү проекты тикшерелде. Инвестор был башланғысты тормошҡа ашырыуға 150 миллион һум йүнәлтәсәк. Яңы производство төҙөлөш комплексы предприятиеларының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә, шулай уҡ 15 яңы эш урыны асырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, Мәләүездә 25 мең тонна иген һаҡлауға иҫәпләнгән элеватор төҙөү, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ заводын реконструкциялау проекты тәҡдим ителде. Был объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ауыл хужалығы мал аҙығы етештереүҙе йылына 200 мең тоннаға тиклем арттыра һәм 50 эш урыны булдыра.