2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республика милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙа алдынғылар рәтенә ингән. Рейтингты Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы төҙөгән. Исемлектә 32 төбәк бар. Төбәктәрҙә хеҙмәткәрҙәрҙәрҙең квалификацияһын яҡшыртыу кимәле, льготалы кредит күләме, хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыу өсөн урында ҡабул ителгән ярҙам саралары иҫәпкә алынған. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостанда был өлкәлә комплекслы эш алып барыла.