Башҡортостан биләмәләре сысҡанға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республикала геморрагик биҙгәк йоҡтороу хәүефе ҙур. Сирҙең төп сығанағы - сысҡандар. Шуға ҡайһы бер биләмәләр яҙ һәм көҙ айҙарында махсус препараттар  менән эшкәртелә.