Өфөлә Фән һәм юғары белем биреү министрлығының студенттар медиаүҙәге асылды

Ул фән технологиялар университетында  эшләй. Федераль министрлыҡ вәкиле Андрей Толмачев белдереүенсә, студент мәғлүмәт саралары йәштәрҙе берләштереү үҙәге булырға тейеш.  Яңы проектты башлап ебәргәндән һуң Өфө вуздары студенттары нейроселтәр, яһалма интеллекты файҙаланыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.