Башҡортостанда табип амбулаторияһы асылды

Яңы модулле объект Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылында эшләй, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Амбулатория заманса техника һәм мебель менән йыһазландырылған. Бында өс меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелә. 2019 йылдан башлап Башҡортостанда "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса 500 модулле ФАП һәм табип амбулаторияһы төҙөлгән, 100 яҡын объектҡа капиталь ремонт эшләнгән.