Был турала Республика төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдерҙе. Бинаның майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Бында тамашасылар залы, күргәҙмәләр биләмәһе, уйын бүлмәһе, китапхана урынлаша. Үҙәкте быйыл декабрҙә асыу планлаштырыла.