Баш ҡала хакимиәте хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән граждандарға яңы ярҙам сараһын булдырҙы. Ул ҡала төҙөүселәре менән берлектә әҙерләнгән. 31 декабргә тиклем контракт төҙөүселәрҙең 500 мең һум ташлама менән торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге була. Ярҙам сараһы Өфө хәрби комиссариаттарының береһендә килешеү төҙөлгән осраҡта күрһәтелә.