Башҡортостанда хәмер һатыу буйынса өҫтәмә сикләүҙәр ҡаралмай

 Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Йәштәр, Белем көндәрендә, һабантуйҙарҙа, Һуңғы ҡыңғырау байрамында хәмер һатылмай. Яңы йыл каникулында ла сикләү бар. Бөгөнгә  был өлкәләге ҡануниәткә өҫтәмә сикләүҙәр ҡаралмай. Алкоголь темаһы даими иғтибар үҙәгендә, килеп тыуға проблемалар  ваҡытында  хәл ителә, тине  Константин Толкачев.