Ил баш ҡалаһынан 69 вагон ҡайтарыу планлаштырыла. Тәүгеләре маршрутҡа октябрь айында сыҡҡан. Был турала ҡала транспорт реформаһы буйынса кәңәшмәлә белдерелде. Ҡалала 146 трамвай бар. Көн һайын маршрутҡа 30-лабы ғына сыға, водителдәр етешмәй. Трамвайҙар уртаса 35 йыл ҡулланыла. Иң оҙаҡ йөрөгәне 1972 йылда сығарылған.