Башҡортостан Башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы


Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, эшселәр, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар. Улар бөтәһе лә бар ғүмерен тыуған Башҡортостанына хеҙмәт итеүгә бағышлаған, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән. Төбәктең уңыш-ҡаҙаныштары, юғары күрһәткестәр берҙәмлектән, дөйөм көстән, һәр беребеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенән башлана, тине Радий Хәбиров.