Стәрлебаш районы үҙәгендә яңыртылған Хәрби дан һәм хәтер аллеяһы асылды


Ул «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Аллеяла Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция яугирҙары иҫтәлегенә, төрлө хәрби ғәскәрҙәргә һөйкәлдәр ҡуйылған. Тантананан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.

Һауа торошоноң боҙолоп тороуы Хәрби дан һәм хәтер аллеяһын асыу сараһына килеүселәргә бер ҙә ҡамасауламаны. Тантаналы сара - тыныс ил, аяҙ күк өсөн көрәшеүселәргә хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Бөйөк Ватан һуғышы, төрлө бәрелештәр геройҙары исемен мәңгеләштергән аллея 2000-се йылдар башында төҙөлгән. Уны яңыртыу күптән талап ителә. Быйыл Еңеү көнөн билдәләгәндән һуң, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә күләмле реконструкция эше башлана.

Тәүгеләрҙән булып яңыртылған аллеяға төрлө бәрелештәр, махсус хәрби операция һалдаттары һәм ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың туғандары инде. Яугир-интернационалистарға бағышланған үҙәк стела алдында «Мәңгелек ут» яна. Реконструкция барышында сик һаҡсыларына, десантсыларға, диңгеҙселәргә, Рәсәйҙән ситтә хеҙмәт иткән яугирҙар иҫтәлегенә һәм Чернобыль аварияһын бөтөрөүҙә ҡатнашҡыусырға ҡуйылған һәйкәлдәр тәртипкә килтерелә. Бынан тыш, уларға өс яңы стела өҫтәлә. Улар -танкистарға, Хеҙмәт ветерандары менән һуғыш балалары һәм махсус хәрби операция яугирҙарына

Аллеяны асыу сараһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Руслан Абдуллинды ла иҫкә алдылар. Айҙарале ауылы егете махсус хәрби операция башланыу менән тыуған ил һағына баҫа. Хәҙер уның турала хәтерҙе улы Данис һаҡлай. Бөгөн ул өләсәһе менән бергә аллеяны асыу тантанаһында ҡатнашты.

Батырҙарға хөрмәт мәңгелек. Уларға йәмғиәттә та ихтирамлы булырға тейеш. Республикала йыл һайын 120-гә яҡын йәмәғәт урыны тәртипкә килтерелә. Стәрлебаш районыныда ла был йүнәлештә эш йылдам бара.

Әлфинә Килдейәрова