Мәғлүм булыуынса, 6 сентябрҙә ауыл мәсетендә янғын сығып бинанан көл-күмер генә тороп ҡалғайны. Әле Хәлилдә заманса материалдарҙан ҙур, иркен дини объект һалына. Төҙөлөшкә ауыл халҡы ғына түгел, район, республика, хатта күрше өлкәләр халҡы ла тос өлөш индергән. Эш барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Төҙөлөш майҙаны ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Йәштәр мәсеттең ҡыйығын яба, ололар аҫтан материалдарҙы биреп тора, түшәм ҡаплай. Йәғни, ҡул ҡаушырып тороусылар юҡ. Сентябрь башында ғына бында көслө янғын булған, иман йортоноң бар мөлкәте юҡҡа сыҡҡан, тип әйтерлек тә түгел.
Дуҫлыҡ, берҙәмлек башҡа ҡаза төшкәндә беленә. Хәлилдәр изгелектең көсөн үҙ миҫалында татый. Янғындан һуң миһырбанлы, иманлы кешеләрҙең ярҙамын тоя. Бөтә 2 миллион һумдан ашыу сумма туплана. Аҡса йыйыу әле лә дауам итә, сөнки инженер селтәрҙәре һуҙыу, эске биҙәкләү эштәрен башҡарыу талап ителә. Матди ярҙамды 8-905-308-91-26 Вәхит Сәйфетдинов (СБЕРБАНК) телефон һандары буйынса күсерергә мөмкин.
Йәштәрҙең тырышлығы ысынлап та иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Күптәре ситтә йәшәүгә ҡарамаҫтан, буш ваҡыттары сығыу менән ярҙамға килеп етә. Илһөйәрлектең күркәм сағылышы. Улар тыуған төйәгенә һөйөүҙәрен аныҡ ғәмәлдәр, тырыш хеҙәмт менән иҫбатлай.
Изге эштән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмай, улар сиратлап эшселәрҙе ашата, йома намаҙҙары ла өй беренсә үтә. Был аҙнала Хәлил ауылы ҡыҙы, Асҡарҙа уҡытыусы булып эшләгән Сәриә Дауытова ҡорбан салдырып ир-егеттәрҙе ашатҡан. Күңел, йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итәбеҙ, ти ул.
Хәлил мәсете ауыл халҡын берләштереүсе майҙан була, бында йома намаҙҙары, ураҙа, ҡорбан ғәйеттәре, дини дәрестәр үтә. Иман йорто бер ваҡытта ла бикле тормай. Әммә аҙан тауышы оҙаҡҡа өҙөлмәйсәк. Гөрләп барған төҙөлөш эштәре, халыҡтың әүҙемлеге, берҙәмлеге быға асыҡ миҫал.
Рәмзиә Кәримова