Күгәрсен районынан Кинйәбаевтар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне


Ете тиҫтә йыл бергә. Был бүләккә бер-береһен ҡәҙерләп йәшәгән парҙар ғына лайыҡ була ала. Күгәрсен районы Бикбулат ауылынан Маһипәрүәз Ҡыҙрас ҡыҙы менән Хөсән Мәхийән улы Кинйәбаевтарҙың ошо дәүергә етеү сере хаҡында киләһе яҙмала.

Мөһипәрүәз Ҡыҙрас ҡыҙы менән Хәсән Мәхийән улы Кинйәбаевтарҙы күркәм ғаилә байрамы -бәрәкәт туйҙары менән Урал ауыл биләмәһе башлығы тәбрикләне. Яҡташтары өсөн ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы бәхетле парға рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Кинйәбаевтар бынан теүәл етмеш йыл элек, 1954 йылдың 4 ноябрендә никах туйы үткәреп сәстәрен-сәскә бәйләй. Хәләле Маһипәрүәзгә ни бары 16 ғына йәш була.Тиҙҙән ғаилә башлығына 95 тулһа, хужабикәгә 87.

Кинйәбаевтар алты балаға ғүмер биргән. Әлеге ваҡытта өс балалары иҫән. Оло йәштәге ата-әсәһенә ҡайтып хәл-әхүәл белешеп, ҡулынан килгәнсә яҙам итеп торалар. Тыуған ауылында төплөнгән кинйә улдары көн һайын өлкән йәштәге ата-әсәһе йортона һуғыла.

Хәсән Мәхийән улын яҡташтары ғорурланып «урман рыцары» тиҙәр.Был маҡтау ҡағыҙҙары ғаилә парына фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн тапшырылған. Уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡансы урман хужалығында эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Бибулат ауылы мәсетендә, ауылдаштарын иманға саҡырып, имам-хатип вазифаһын башҡара. Бала сағынан етемлекте бик иртә татыған Маһипәрүәз Ҡыҙрас ҡыҙы яҙмышымдан уңдым, томош иптәшем йүнсел, балаларға кеселекле, үҙемә ҡарата хөрмәтле булды тип ҡыуана.

70 йыл дауамында бергә үткәргән ғүмерҙе юҡҡа ғына бәрәкәтле тип атамайҙар. Кинйәбаевтар ете тиҫтә йыл дауам иткән мөхәббәткә, үҙ-ара килешеп, татыу йәшәгәндәре өсөн яғмыштарына рәхмәтле.

Гүзәл Борханова