Медицина колледждары студенттары осрашыуы бөгөн Республика Профсоюздар йортонда үтте


Йәштәр баһалама ағзалары алдында үҙ уҡыу йорттарын яҡлап сығыш яһаны. Фестиваль концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Осрашыуға әҙерлек йыл буйы дауам иткән. Сығыш яһағанда студенттар латин телен һәм анатомияһын өйрәнеүҙән тыш, ижади һәләттәрен үҫтереүгә лә ваҡыт бүлеүен күрһәтте. Еңеүселәргә аҡсалата бүләк тапшырыу ҡаралған.