Башҡортостанда “Рекрут” программаһы оҙайтылды

Ул 31 декабргә тиклем ғәмәлдә була. Проект 31 октябрҙә ябылырға тейеш ине. Әммә ғаризалар күп булыу сәбәпле, уны йыл аҙағына тиклем дауам итеү ҡарары сығарылған. Программаға ярашлы, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә бер тапҡыр аҡса түләнә. Уның суммаһы 50 мең һум. Тулы мәғлүмәт алыу өсөн Ситуация үҙәгенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 122 йәки 218-19-19.