Ул “Рәсәй халыҡтары” Бөтә Рәсәй форумы барышында ойошторолған. Экспозицияға Башҡортостан рәссамдарының картиналары ла ҡуйылған. Күргәҙмәне асыу сараһында Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. “Башҡорт рәссамдарының картиналарында республикабыҙ батырҙарын күреп, ғорурлыҡ кисерҙем. Күп эштәрҙең авторы республикабыҙҙа танылған художник Вера Фролова. Алға, Башҡортостан”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Азат Бадранов.