Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсының финалы башланды

Унда Әбйәлил районынан полицияның өлкән лейтенанты Мансур Моратшин ҡатнаша. Мансур Моратшин хеҙмәт юлын 2016 йылда башлай. Патруль-һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Бер нисә йылдан участковый итеп билдәләнә. Яҡташыбыҙ өсөн “Комсомольская правда” сайтында 10 ноябргә тиклем тауыш бирергә була.