Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тәбрикләне


Бөгөн беҙ бөтә ил менән мөһим дәүләт байрамы - Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тәбрикләне. Дәүләт башлығының Радий Хәбиров исеменә йүнәлтелгән ҡотлауында былай тиелә:

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Илһөйәрлек һәм берҙәмлек йолалары, ныҡлы әҡлаҡи, рухи таяныс беҙҙең ата-бабаларыбыҙға ауыр һынауҙарҙы үтергә, бөйөк дәүләт булдырырға ярҙам иткән. Уларҙың ҡаһарманлығы, хеҙмәт ҡаҙаныштары, Ватанға хеҙмәт итеүгә ынтылышы беҙгә һәр ваҡыт тыуған илгә һөйөү, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ өлгөһө буласаҡ» - тиелә ҡотлауҙа.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ҡотлау телеграммалары шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндан, Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да килде.