Ер кешеләрен данлап. Хәйбулла районында Халыҡтар берҙәмлеге, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө киң ҡолас менән билдәләнде. Район халҡын берләштергән байрам саралары хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Хәйбулла районында егерменән ашыу милләт вәкиле татыу һәм берҙәм ғаиләлә ғүмер итә. Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортона йыйылған хеҙмәт алдынғылары алдында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сығыш яһап, милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлектен мөһимлеген билдәләне, республика һәм ил үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Өс тиҫтәнән ашыу хеҙмәт уңғандарына республика һәм муниципаль наградалар тапшырылды. Ауыл хужалығында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Михаил Чиннов «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре»исеменә лайыҡ булды. Юлбарыҫ ауылынан Шәфҡәт Хөсәйеновтың хеҙмәте иһә муниципалитеттың маҡтау грамотаһы менән билдәләнде.
Сарала лайыҡлы балалар тәрбиәләүсе, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы һәм аталыҡтың социаль әһәмиәтен арттырыусы ғаилә башлығы ла ҙур сәхнәгә күтәрелде. Имәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының физкультура уҡытыусыһы «Атай батырлығы» дипломы менән бүләкләнде. Милли традицияларҙы әүҙем пропагандалаусы, тыуған телгә һөйөү тәрбиәләүсе Люциә Фәйзуллинаға тырыш хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаты тапшырылды.
Хәйбуллала Халыҡтар берҙәмлеге көнө сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторолдо. Ижади коллективтарҙың сығышы байрамға айырым биҙәк өҫтәне. Байрам сиктәрендә мәҙәниәт йорто фойеһында райондың аш-һыу оҫталары, кондитерҙары һәм ауыл халҡы үҙҙәре етештергән сифатлы аҙыҡ-түлек, тормош-көнкүреш тауарҙарын тәҡдим итте.
Хәйбулла районында Халыҡтар берҙәмлеге көнө төрлө йәштәге , егерменән ашыу милләт вәкилен берләштерҙе. Район халҡы күп милләтле йәмғиәттә үҙ-ара аңлашып, ихтирам һәм татыулыҡта йәшәүҙең мөһимлеген күрһәтте.
Гүзәл Борханова