Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләне


Беҙҙең көс - берҙәмлектә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла билдәләй. Әлеге ваҡытта уҡыу йортонда 5 меңдән ашыу сит ил студенты белем ала. Уларҙың ҡайһы берҙәре Башҡортостанда үҙ мөхәббәтен таба, карьера төҙөй һәм беҙҙең төбәктә йәшәргә ҡала. Бының өсөн республикала барлыҡ шарттар булдырыла.

Әле юғары квалификациялы медицина кадрҙарын әҙерләү, уларҙың лайыҡлы хеҙмәтен тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау системаһының матди базаһын үҫтереү йүнәлешендә эш алып барыла. Халыҡтар берҙәмлеге көнө - изгелек һәм татыулыҡ байрамы, тип иҫәпләй Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары.