Белорет районынан яҡташыбыҙ һауа десант-ғәскәрҙәре офицеры, капитан Максим Рыбаков һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Максим Рыбаков 98-се гвардия һауа-десант дивизияһының батальон командиры, 2 февралдә ул ут асып дошмандарҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә һәм ҡаршы көстәрҙе һөжүм итеүҙән туҡтатып ҡала. Әммә ҡаты алыштарҙа Максим үҙе үлемесле йәрәхәтләнә. Рәсәй Геройының әсәһе менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Максим Рыбаков яҡты донъя менән хушлашһа ла, уның ҡул сәғәте ваҡытты һанауын дауам итә. Әйтерһең, тереләргә тыуған илгә тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр тураһында хәтерләтә. Максим Рыбаков үҙе бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Белорет районында тыуып үҫкән егет тәүҙә Суворов хәрби училищеһын, артабан Рязань һауа-десант команда училищеһын тамамлай.
Максим Рыбаков буласаҡ тормош иптәше Светлананы ла училищела осрата. Ике десантсы ғаилә ҡора, диплом алғандан һуң Костромаға хәрби хеҙмәткә юллана. Максим Ҡырғыҙстандағы, Сүриәләге хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Махсус хәрби операцияға тәүге көндән үк юллана. Ауыр йәрәхәттәр алыуға ҡарамаҫтан батальонын ҡалдырмай. Госпиталдә дауалау курсы үтеү менән алғы һыҙыҡҡа китә. Әммә 2 февралдә ул хәрби заданиенан әйләнеп ҡайтмай.
Батальон командирының хәрби оҫталығы, тәжрибәһе дошман һөжүмен кисектерергә булышлыҡ итә. Максим Рыбаков үҙе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була, әммә дуҫтарының ғүмерен һаҡлап ҡала. Яу ҡырындағы батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Алтын йондоҙ 26 октябрҙә Рязандә Максим Рыбаковтың әсәһенә, тормош иптәшенә һәм ете йәшлек улына тапшырылды.
Талапсан һәм кешелекле командир, хәстәрлекле ул, тормош иптәше, атай. Рәсәй Геройы Максим Рыбаковтың бар тормош юлы тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ сағылышы булып ҡала. Уның яҙмышы йәш быуын өсөн күркәм өлгө.
Рәмзиә Кәримова