Башҡортостан ирекмәндәр хәрәкәте махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙ меңдән ашыу изделие оҙатҡан


«Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегеп-бәйләбеҙ», Башҡортостан ирекмәндәр хәрәкәте ике йыл эсендә генә махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙ меңдән ашыу изделие оҙатҡан. Улар яугирҙарҙың теләген иҫәпкә алып туплана. Ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙарға йылы кейемдәр, шәхси гигиена сараларынан алып хәрби обмундированиеға тиклем әҙерләй. Шулай уҡ госпитәлдәрҙә ятҡан һалдаттарға ла көнкүреш һәм реабилитация кәрәк-яраҡтары эшләй. Әле ирекмәндәр 20 заявыка буйынса ярҙам туплай. Башлыса ҡышҡылыҡҡа йылы кейемдәр талап ителә. Ошо көндәрҙә улар сираттағы ылауҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға йыйына.

Ҡатын-ҡыҙҙар Курск өлкәһе госпиталдәренә гуманитар ылау туплай. Ярҙамды көсәйтеү өсөн ирекмәндәргә өҫтәмә эшсе ҡулдар талап ителә. Теген һәм бәйләү эшенә һәр кем ҡушыла ала. Шулай уҡ туҡымалар, фурнитура, тегеү кәрәк-яраҡтары талап ителә. Ирекмәндәргә сеймал йәки аҡсалата ярҙам итергә теләүселәр түбәндәге телефон һандарына шылтырата ала.