Уҙған төндә Куйбышев тимер юлының Иглин - Дим участкаһында хәрәкәт асылды


Уҙған төндә Куйбышев тимер юлының Иглин - Дим участкаһында хәрәкәт асылды. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән урын емереклектәрҙән таҙартыла, 150 метрҙан ашыу юл һәм контакт селтәре тергеҙелә. Был эштә 150 тимер юл хеҙмәткәре ҡатнаша, шулай уҡ өс тергеҙеү поезы, башҡа махсус техника йәлеп ителә. Авария пассажир поездары хәрәкәтенә тотҡарлыҡ яһамай. Был участка йөк хәрәкәте өсөн генә тәғәйенләнгән, - тип билдәләнеләр Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ноябрь төндә Өфө районы Бурцев ауылы эргәһендә күмер тейәгән 22 йөк поезы вагоны рельстан сыға. Тергеҙеү эштәре алып барылған осорҙа йөк хәрәкәте ваҡытлыса Өфө аша төп юл буйынса ойошторола. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эште координациялау өсөн оператив штаб эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.