Әбйәлил районы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына тәгәрмәсле мобиль мунса эшләй


Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы егеттәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына тәгәрмәсле мобиль мунса эшләй.Ҡаҙмаштар алғы һыҙыҡтағы егеттәргә тәүге көндән үк гуманитар ярҙам ойоштора. Аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатыла. Былтыр улар яугирҙар өсөн мобиль мунса ла эшләй башлаған.

Бер мунсаны эшләү 50-60 мең һумға төшә. Оҫтарып алған егеттәр тәүҙә тимер һәм ағас материалдар һатып ала, профилдәрҙе иретеп -йәбештәрә, көпләй,тәгәрмәстәр ҡуя. Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Егерь» ҡушаматлы яугир әйтеүенсә, мобиль мунса алғы һыҙыҡта иң кәрәкле әйбер.