Ярҙам кәрәк. 28 йәшлек Айһылыу Шаһивәлиева яман шеш диагнозы менән Төркиәлә эшләнәсәк операцияға әҙерләнә. Йомшаҡ туҡымалар саркомаһы менән ауырый башлаған йәш әсәйгә сит илдә әмәлиәт һауығыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек булып тора. Үкенескә, Мәскәүҙә химия терапияһын үткәндән һуң ыңғай һөҙөмтәләр булмаған. Операцияға 10 млн һум талап ителгән сумманың 8 млн ярым һумын ғаилә йыйған. Ҡалған 1,5 млн һумды йыйыу өсөн Шаһивәлиевтар битараф булмаған граждандарҙан ярҙам һорай.
Ике йыл элек аяғына бәләкәй генә шеш сығып Айһылыу Шаһивәлиева дауаханаға мөрәжәғәт итә. Иң тәүҙә ул тормош иптәше менән тикшереү һөҙөмтәләренә ышанмай - табиптар 4 стадия яман шеш диагнозын ҡуя. Ике малай тәрбиәләүсе йәш әсәй ғүмере өсөн сир менән көрәш башлай, әммә әлегә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә аламған.
Өфөлә, Мәскәүҙә үткән дауалау һәм химия терапияһы Айһылыуға ярҙам итмәгән. Аяҡтағы яман шеш үпкәләргә метастаздар биргән. Ғаиләнең берҙән-бер һәм һуңғы өмөтө Төркиә дауаханаһында дауаланыу , әммә бының өсөн ун миллион һум аҡса кәрәк. 8 млн ярым һумды ғаилә туплаған. Ҡалған млн ярымды йыйыу өсөн Шаһивәлиевтар ярҙам һорай.
Оҙайлы дауалау осорона Айһылыу сабыйҙарын тыуған яғына Белорет районына әсәһенә ҡайтара. Яман шеште еңергә теләгән йәш ҡатын һауығып ҡайтып улдарын ҡосаҡларға хыяллана һәм был теләкте тормошҡа ашырыу өсөн ҙур булмаған сумма ла мөһим. Уртаҡ көс менән миллион ярым һумды йыйыу Айһылыуға йәшәү өсөн өмөт уята.
Флорида Ким
Ярҙам итеү өсөн: Шаһивәлиева Айһылыу Ғәмир ҡыҙы (Сбербанк) +7-963-140-20 22