Баймаҡ ҡалаһынан «Саптар» өлгөлө хореография студияһы халыҡ-ара конкурста гран-при яуланы

Баймаҡ ҡалаһынан «Саптар» өлгөлө хореография студияһы Санкт-Петербург ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста гран-при яуланы.

«Арт-признание» премияһы финалында «Саптар» студияһы милли, халыҡ һәм стилләштерелгән бейеү менән сығыш яһаны. Өс номинацияла призлы урындар яулаған бейеү студияһына 120 мең һум тәшкил иткән йыллыҡ стипендия тапшырылды.