Тауар һаҡлау комплексы Шишмә районында урынлаша. Проект Республика инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 9 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Үҙәк киләһе йылда асылырға тейеш. Бында 4 мең эш урыны булдырыу мөмкинлеге бар. Проект өҫтөнлөклө статус алды, һалым ташламалары ҡаралған.