Башҡортостанда риэлторҙар эшмәкәрлеге көйләнә

Республика парламентында эшсе төркөм булдырыла. Ул был өлкәләге  ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Констинтин Толкачев белдереүенсә, әле  риэлторҙар ярым легаль хәлдә эш алып бара, улар килешеүҙәрҙең юридик дөрөҫлөгө өсөн яуап тотмай. Бындай  белгестәр исемлеге төҙөлмәгән. Улар аттестация үтмәй, квалификацияһын раҫламай. Риэлтор эшмәкәрлеге өсөн лицензия бирелмәй. Һәр кеше үҙен риэлтор тип атап, аҡса эшләй ала, был ғәмәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килмәй, тине Константин Толкачев. Эшсе төркөмдә депутаттар, профилле белгестәр, күсемһеҙ милек менән эшләү буйынса эксперттар була.