Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты. Белем усағы меңдән ашыу баланы ҡабул итте. Өфөгә яҡын урынлашҡан муниципалитетта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкәләрҙе үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Төҙөлөш барған һәм сафҡа индерелгән яңы объекттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
Иглиндәр район үҙәгендә асылған яңы мәктәпте «Белем һарайы» тип атаған. Көҙгө каникулдан һуң ул ниһайәт уҡыусыларҙы ҡабул итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантаналы сарала ҡатнашып, муниципалитет өсөн яңы объекттың сафҡа индерелеүе - көтөп алынған ваҡиға булыуын билдәләп үтте.
Тантаналы саранан һуң Радий Хәбиров уҡыу кабинеттарын, спорт залын, ашхананы ҡараны, уҡыусылар һәм педагогик коллектив менән аралашты. Янғын һүндереү-ҡулланма спорт буйынса мәктәп командаһы Волга буйы федераль округында уңышлы сығыш яһап, ил кимәлендәге чемпионатҡа үткән.
Белем усағына килгәндә, ул республика ауылдарында төҙөлгән иң ҙур мәктәп һанала, 1225 урынға иҫәпләнгән. Объект «Мәғариф» милли проекты ярҙамында сафҡа индерелде. Төҙөлөш эштәре былтыр мартта башланып, ҡыҫҡа ваҡытта тамамланды.
Иглин ауылында ете меңгә яҡын уҡыусы иҫәпләнә, мәктәптәрҙә уҡытыу ике сменаға ойошторолған. Яңы белем усағының сафҡа индерелеүе төштән һуң белем алыусылар һанын кәметергә булышлыҡ итәсәк. Мәғариф учреждениеһы заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған.
Республика башлығы Радий Хәбиров Иглин районына эш сәфәре барышында Башҡорт агросәнәғәт колледжы филиалында ла булды. Урындағы хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән ашнаҡсылар ҙа бер һүҙҙән 1962 йылда төҙөлгән уҡыу йорто корпустарына капиталь ремонт талап ителеүен билдәләне.
Радий Хәбиров төбәктең мәғариф һәм фән министрлығына төҙөкләндереү эштәрен 2026 йылда башлау бурысын ҡуйҙы. Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж артҡандан-арта, урта махсус белем алырға теләүселәр күп булыуы ла күҙәтелә. Шуға күрә колледжда яңы мәғариф программалларын тормошҡа ашырыу ҙа планлаштырылған.
Быйыл Иглин ауылында Республика ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең яңы подстанцияһы ла сафҡа индерелгән. Модулле объекттың майҙаны 824 квадрат метр. Бында һигеҙ бригада урынлаштырыу өсөн шарттар булдырылған. Тәүлегенә коллектив йөҙҙән ашыу саҡырыу ҡабул итеп, ашығыс рәүештә беренсел медицина ярҙамы күрһәтә. Радий Хәбировты диспетчер хеҙмәтенә индерелгән яңы система менән дә таныштырҙылар.
Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә эшләп, Иглин һәм Нуриман райондарында йәшәгән етмеш меңдән ашыу кешене, шулай уҡ М-5 федераль трассаһын хеҙмәтләндерә.
Баш ҡалаға яҡын урынлашҡан Иглин ауылы тиҙ үҫешә, яңы микрорайондар барлыҡҡа килә. Шуға ла социаль объекттар төҙөлөшөнә лә ихтыяж юғары. Кадрҙар менән тәьминәт мәсьәләһенә лә иғтибар көслө. ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә социаль өлкә белгестәренә алты йорт төҙөлгән.
Муниципалитетҡа күләмле төҙөлөш эштәре башҡарыуға федераль ҡаҙнанан 24 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән булған. Үҙәк район дауаханаһының өс хеҙмәткәре, спорт мәктәбе тренеры, колледж уҡытыусыһы найм килешеүе буйынса торлаҡлы булды. Һуңғыһының тормош иптәше әле махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.
Торлаҡҡа килгәндә, хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгәндә биш йылдан һуң уның төҙөлөш хаҡынан ун процентын түләп һатып алырға була. Ә ун йылдан һуң ни бары бер процент ҡапларға тура киләсәк. Балалар табибы Айгөл Лоҡманова ла бәхетле исемлектә, ошо аҙнала уҡ ул ғаиләһе менән бергә косметик ремонт эшләнгән йортҡа күсенергә йыйына.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Иглин районына ойошторолған эш сәфәренә йомғаҡ яһап, муниципалитет үҫешендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен билдәләп үтте. Быға, тәү сиратта, биләмәнең көслө етәксе ҡулына күсеүе сәбәпсе.
Районда спортты үҫтереүгә лә айырым иғтибар бүленә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө барышы менән дә танышты. Яңы объект «Мин спортты һайлайым» федераль проекты сиктәрендә күтәрелә. Киләсәктә ул урындағы балалар-үҫмер спорт мәктәбе ҡарамағында эшләсәйәк.
Гөлназ Хәйбуллина