Өфөлә 59 йәшлек йәйәүлене бәрҙергәндәр


Өфөнөң «Мир» туҡталышына яҡын урында 59 йәшлек йәйәүлене бәрҙергәндәр. Ир шунда уҡ һәләк булған. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, ҡазаға тарыусы юлды рөхсәт ителмәгән урындан үтергә уйлаған. Ошо ваҡытта ул «Ниссан Лиф» еңел автомобиле аҫтында ҡалған. Транспорт сараһы механик зыян күргән. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.