Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа китергә әҙерләнә


«Урыс» ҡушматлы яугир ял осорон ғаиләһе менән үткәреп, ике ҡыҙын сиркәүҙә суҡындырыуҙа ҡатнашҡан. Алғы һыҙыҡта дини китаптар уҡый башлаған хәрби, ғибәҙәт ҡылыуҙан һуң күңелгә тыныслыҡ килә тип уртаҡлашты. Яҡын кешеләрҙең доғалары, илһөйәрлек тойғолары, ватан һаҡсыларының берҙәмлеге еңеүҙе яҡынайта тигән фекерҙә «Урыс» ҡушаматлы хәрби.


Махсус хәрби операцияла егеттәр менән доғалар ҡылабыҙ. Мин үҙем библия уҡый башланым. Хоҙай тәғәләгә ышанам. Тап алғы һыҙыҡта ҡыҙыу бәрелештәрҙә дингә яҡыная башланым. Уртаҡ көс менән еңеү яулап ҡайтырбыҙ тип өмөт итәм. Яҡын кешеләрҙең доғалары беҙгә бик ярҙам итә.

«Урыс» ҡушаматлы яугир