Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында Рәсәйҙә беренсе инсульт мониторингы үҙәге асылды


Дежур бригада составындағы нейрохирургтар, рентгенологтар, неврологтар, ҡан тамырҙары хирургтары төбәктең төрлө мөйөштәренән коллегаларына консультациялар бирә һәм уларға инсульт менән сирләгән пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам итә. Был эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Тәжрибәле табиптар консилиумы Белорет районында пациентҡа тиҙ һәм уңышлы операция яһарға ярҙам итте. Уның баш мейеһе тамырҙарынан тромбтар рентгенэндоваскуляр интервенция ярҙамында алынды.

15 йыл дауамында дауахана базаһында төбәк ҡан тамырҙары үҙәге эшләй. Бында дауалау ғына түгел, пациенттарҙы ла тергеҙәләр. Талбазынан Мөнир Нәбиуллин ике ай элек инсульт үткәргән, ҡулын һәм аяғын фалиж һуҡҡан. Табиптарҙың оператив ярҙамы арҡаһында хаҡлы ялдағы ирҙе ҡотҡаралар, ул яңынан атларға өйрәнә.