Өфөнөң 8-се бала табыу йорто табиптарын күп әсәләр аҡ халатлы фәрештәгә тиңләй


Улар ауыр осраҡтарҙа әсә һәм бала ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләй. Был стеналарҙа хатта Мария Королева кеүек бишенсе тапҡыр әсә булыу бәхетен татыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Һирәк осраҡтарҙа бала тыуҙырыу мәлендә ғаилә башлыҡтары ла ярҙамға килә. Евгения Ғәлимованың хәләле ҡатынына һыу биргән, яғымлы һүҙҙәр әйткән, яурындарын тотоп торған. Ә Ғәлиә Исмәғилева иһә был медицина учреждениеһында өсөнсөгә әсә булыу бәхетен татыған.

8-cе бала табыу йорто табибтары ошо сабыйҙарҙың әсәйҙәре кеүек үк, тәүлек әйләнәһенә эшләй. Улар ҡулдарына имен-һау тыуған бәләкәй генә мөғжизә- тере йәнде алып ҡыуана. Был сабыйҙар улар менән башҡа бер ҡасанда осрашмауы мөмкин, әммә һәр кем үҙенә донъя ишеген асырға булышлыҡ иткән табипҡа сикһеҙ рәхмәтле .