Төбәктә урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ


Киләһе йыл республикала урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында кәм тигәндә ун видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ. Ҡоролма үҙаллы күҙәтеү алып барып төтөн сығанағын асыҡлаған осраҡта операторға сигнал ебәрә. Быйыл тап ошо комплекстар ярҙамында байтаҡ янғын таралмаҫ элек һүндерелгән. Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле һөҙөмтәләре оператив кәңәшмәлә өйрәнелде.

198 көн көсөргәнешле эш режимында. Тап ошо ваҡытҡа,17 апрелдән алып 1 ноябргә тиклем янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле һуҙыла. Быйыл ул былтырғы осор менән сағыштырғанда тыныс үтте. Йыһан күҙәтеүе республика урмандарында 482 термонөктә теркәгән. Төрлө хеҙмәттәрҙең берҙәм эш итеүе һөҙөмтәһендә был нөктәләрҙең ҙурайыуына юл ҡуйылмаған.

Республиканың янғын һүндереү вертолеты ла быйыл ике тапҡыр профилактик саралар өсөн генә файҙаланылған. Бер тапҡыр техноген шарттарҙа сыҡҡан утты һүндереүгә күтәрелгән. Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙың һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе һәм әленән үк киләһе йылға әҙерләнергә ҡушты.

Киләһе йылғы хәүеф миҙгеленә әҙерлек башланған да инде. Республика «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектына ярашлы, 50 миллион һумға техника һатып алған. Хәҙер урман янғындарын һүндереүсе формированиелары йыһазландырылышы йөҙ процентҡа еткән. Бынан тыш республика үҙ иҫәбенә лә ҡорамалдар һатып аласаҡ.

Оператив кәңәшмәлә республикала шәхси йорттарҙы газға тоташтырыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Әле ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелеп тә утын йәки электр менән йылытылған йорттар күп.

Радий Хәбиров етәкселәргә яңы йыл байрамдарына әҙерләнә башларға ҡушты. Балалар байрам кәйефе, мөғжизә тойорға тейеш. Боҙ ҡаласыҡтарын хәстәрләй башларға кәрәк. Ә бына етәкселәрҙең үҙҙәренә яңы йыл мәжлестәренән тотҡарланып торорға ҡушты.

Айнур Кәбиров