Туймазы районында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре хәрби разведка нигеҙҙәрен үҙләштерҙе


Аҡыл үҫеше йәһәтенән тиҫтерҙәренән артта ҡалыусы Серафимовка балалар йорто тәрбиәләнеүселәре «Тирекс» хәрби-тактик клубы, Өфөнөң спецназ һәм разведка туғанлығы вәкилдәре менән осрашты. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылғайны. Балаларға маскировка костюмдары, хәрби ҡорамалдар күрһәтелде. Сара Хәрби разведчиктар көнө уңайынан ойошторолдо. Илһөйәрлек сараһын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова күҙәтте.

Балалар майҙансығы әйтерһең хәрби полигон. Бында инструкторҙар урынына - фронт үткән һалдаттар, ҡорамалдар шулай уҡ яу күргән. Бында хатта трофей әйберҙәр ҙә бар.

Балаларҙа айырыуса гранатомёт ҡыҙыҡһыныу уятты. АК-47 макетын күргән бар. Ябайса «Муха» шартлатҡысы 100 метрҙан уҡ танкыға эләгә ала. РПГ еңел һәм ҡеүәтле. Һәм бындай ҡорамалдар бында күп.

Теориянан - практикаға. Малайҙар автоматтан атып ҡарай. Пулялар, әлбиттә, ысын түгел. Уларҙы страйкбол шарҙары алмаштыра.

Һуңынан яугирҙар хәрби әҙерлеген күрһәтте. Легенда буйынса, майҙанды дошман баҫҡан. Һалдаттар уларға һөжүм итә һәм әсирлеккә ала. Операция уңышлы тамамлана. Геройҙарҙы тамашасылар алҡыштар менән ҡаршылай.

Ирекмәндәр буш ҡул менән килмәгән. Балаларға уйынсыҡтар, кейем-һалым, канцелярия, дарыуҙар һәм башҡа гуманитар ярҙам килтергән. Социаль учреждениела тәрбиәләнеүселәр ҙә яугирҙарға музыкаль бүләк әҙерләгәйне.

Рәзилә Ғилметдинова