«Себер» клубы 6 уйын рәттән юлаевсыларҙы үҙ боҙонда еңә алмай


Бөгөн дә Башҡортостан командаһы Новосибирск хоккейсыларынан өҫтөнөрәк булды. Иҫәпте беренсе осор башында дәғүәселәр асты. Тәнәфестән һуң Шелдон Ремпал яуап шайбаһы индерҙе. Артабан яҡташарыбыҙ капитаны Григорий Панин үҙ командаһын алға сығарҙы. Күп тә үтмәй хужалар Федор Гордеев тырышлығы менән иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Осрашыуҙың яҙмышы буллитар серияһында хәл ителде. Александр Хмелевский индергән шайба юлаевсыларға 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Өфө клубына һуңғы 6 уйындың бишеһендә уңыш йымайҙы. Киләһе матчы Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 7 ноябрҙә Минскиҙа урындағы «Динамо» менән үткәрә.