Силәбе ҡалаһында башҡорттар тураһында яңы китап менән таныштырҙылар

"Ҡоншаҡ районының билдәле башҡорттары" тигән баҫма донъя күрҙе. Уның авторы Көньяҡ Уралдың билдәле журналисы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Хәбиров. Китапта Ҡоншаҡ районында тыуып үҫкән билдәле кешеләр тураһында 20-нән ашыу  очерк тупланған.