Быйыл "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһына 290 мең кеше йәлеп ителгән

Был проект 2020 йылдан "Демография" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Ул өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу, пенсионерҙарҙы әүҙем тормошҡа  йәлеп итеү маҡсатында  уҙғарыла. Проектта Ҡалтасы, Мишкә, Дәүләкән, Краснокама, Әлшәй райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы әүҙем ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.