Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев гуманитар йөктө Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтова тапшырҙы. Ул махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡҡан колоннаны етәкләй. “Был юлы элемтә булдырыу өсөн ҡоролмалар әҙерләнек. Мобиль рациялар һәм дрон детекторҙары яугирҙар өсөн бик мөһим. Депутаттар хәрбиҙәр өсөн ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Кәрәк-яраҡ әҙерләүгә элекке саҡырылыш депутаттары, уларҙың ғаилә ағзалары ҡушыла. Улар Еңеү өсөн өлөш индерә”, - тине парламент спикеры.