Бөгөн иртән Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 23 проценты яуған. Ҡар 7 сантиметр ҡалынлыҡта һалған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре күпләп ҡар яуыу осрағына техниканы алдан әҙерләгән. Бынан тыш Өфөлә 200 эшҡыуар үҙ биләмәләрендә урамдарҙы таҙартасаҡ.