Өфөлә травматолог-ортопедтарҙың 9-сы Халыҡ-ара Пирогов форумы үтә


Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күләмле сара Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығына арналған. Пленар ултырышта һәм секцияларҙа травматология, ортопедия, ревматология буйынса ҡаҙаныштар барлана, тәжрибәләр өйрәнелә. Беренсел медицина-санитар ярҙамы, диагностика ысулдарына бәйле сығыштар ҡаралған. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын асыҡлау һәм дөрөҫ дауалау курсы билдәләү буйынса конференция ла үтә.

Форум барышында тубыҡ һәм аяҡ - таз быуындарын протезлау мәсьәләһе лә тикшерелә, төрлө йәрәхәттәрҙән һуң дауалау һәм ҡатмарлы операция ысулдары өйрәнелә. «Торатау» Конгресс-Холлы фойеһында күргәҙмә лә ойошторолған. Экспозицияла Рәсәй предприятиелары травматология ортопедия өлкәһендәге продукциялар , шул иҫәптән протездар менән таныштырҙы. Форумдың Башҡортостанда уҙғарылыуы осраҡлы түгел, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар юғары.