Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды


Алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам туплауҙа урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре әүҙем ҡатнашҡан. Күмәк көс менән хәрбиҙәргә йылы кейем, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек тупланмалары, мейес, дизель йылытҡыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән. Шулай уҡ йөк составында исемле посылкалар ҙа булыуы билдәле. Гуманитар ылауҙы район башлығы Марат Әхмәҙуллин оҙатып бара.