Өфөлә көрәш буйынса «ZАщитник» төбәк-ара спорт-илһөйәрлек фестивале уҙҙы


Был XX халыҡ-ара көрәш спартакиадаһының һайлап алыу туры. Төп бәйге быйыл декабрҙә үтәсәк. Сарала көрәштең 15 төрө буйынса ярыштар уҙҙы. Иң бәләкәй спортсылар өсөн күнекмә ярыштар ҙа ойошторолдо.

Бынан тыш, фестивалдә ҡатнашыусылар таяҡ тартыу, страйкбол, бысаҡ менән алышыу кеүек спорт төрҙәре буйынса көс һынашты. Сарала килеүселәр иғтибарына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Геройҙарына арналған мемориаль күргәҙмә лә тәҡдим ителгәйне. Теләгән һәр кем майҙанда виртуаль күҙлек ярҙамында дрон менән идара итә алды. Фестивалдә илдең төрлө төбәгенән 2 меңдән ашу спортсы ҡатнашты.