Мостай Кәрим урамындағы 11 -се йорт адресы буйынса урынлашҡан мәсет сауҙагәр Абдуллатиф Хәкимов финанслауында 1908 йылда асылған һәм 1930 йылда ябылған. Бинала артабан Башҡорт халыҡ комиссариаты, фабрика урынлашҡан. Манаралары ҡолатылған. 1948 йылда РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән бина «Башкирэнерго» берләшмәһенә тапшырылған. Ғибәҙәт йорто уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында диндарҙарға ҡайтарылғас, уны тергеҙеүҙе Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты күтәреп сыҡҡан. Бина эсендә биҙәкләү эштәре атҡарыла, төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен яңыртҡан, иҙән түшәгән. Төркиәнән келәм килтерелә. Иман йорто 2002 йылдан тергеҙелә, манаралары һәм ярым айҙары 2019 йылда күтәрелгән.