Уралда сағыу ял көндәре. Волга йылғаһы буйында урынлашҡан ҡалаларҙа йәшәүселәр Өфө менән танышты. Бер көн эсендә улар Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте һәм милли ризыҡтары тураһында күберәк белде. Өлкәндәр һәм балалар өсөн бай программа әҙерләнгән.
Атап әйткәндә, лимонарийға, Нестеров исемендәге художество һәм Милли музейҙарға барыу, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Урал батыр» спектаклен ҡарау. Элек турҙа ҡатнашыусылар Өфөлә ни бары 5 сәғәткә генә туҡталған булған. Хәҙер ҡунаҡтарға баш ҡаланың иң мөһим һәм популяр туристик урындарын үҙ эсенә алған бай экскурсия ойошторорға ҡарар ителгән.