Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы

Һаҡсы Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы. «Себер» менән һуңғы уйында яҡташыбыҙ икенсе шайбаны индерҙе. Был гол менән ул юлаевсылар тарихында уңышҡа өлгәшкән иң өлкән хоккейсы булды. Был көндө Григорийға 39 йәш тулыуға 18 көн генә ҡала, ул Вячеслав Козловтың элекке рекордын яңырта. Быйылғы миҙгелдә Григорий Панин иҫәбендә биш мәрәй, тәжрибәле хоккейсы ике шайба индерә һәм өс һөҙөмтәле пас яһай. «Себер» менән һуңғы уйында юлаевсылар буллиттар серияһында 3:2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Иртәгә Башҡортотсан командаһы Минскиҙа урындағы «Динамо» менән көс һынаша.