Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл халҡы менән 2021 йылда уҡ һөйләшеп килешкәйне. Тап ошо йылдың йәйендә ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Фажиғәнән һуң төбәк етәксеһе Яңы Мөслим ауылында йәшәүселәргә яңы мәҙәни усаҡ төҙөләсәк тип вәғәҙә бирҙе. Бөгөн Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында эштәрҙең нисек барыуы менән танышты. Республика етәксеһенең Балаҡатай һәм Мәсетле райондары эш сәфәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостан муниципалитет тарын етәкләүсе ҡатын - ҡыҙҙар исемлеге тағы тулыланды. Урындағы депутаттарҙың берҙәм тауышы менән Балаҡатай районы хакимиәте башлығы итеп Лилиә Мулланурова тәғәйенләнде.
Районға эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитетты быға тиклем 8 йыл етәкләгән Мәсхүт Миңлеғәлинға рәхмәт белдереп , яңы етәксе алдында төп маҡсаттарҙы билдәләне Улар муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү, урындағы халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.
Радий Хәбиров Яңы Балаҡатай ауылында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә лә булды. 1998 йылда төҙөлгән объекттың төп залы авария хәлендә һәм малай-ҡыҙҙар яратып йөрөгән түңәрәктәрҙең бер өлөшө әле мәктәп биләмәләрендә үтә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса район үҙәгендә яңы физкультура -һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк. Нефтекама ҡалаһында асылған заманса объект өлгөһө буйынса Яңы Балаҡатайҙа комплексты сафҡа индереү өсөн 740 млн һум аҡса талап ителә.
Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында көтөп алынған мәҙәниәт йорто төҙөлөшө дауам итә. Эшселәр ауыл клубының нигеҙен һалып , кирбес стеналарҙы күтәреп, иҙән һала башлаған. «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса объект төҙөлөшөнә 124 млн һум аҡса бүленгән.
Яңы Мөслим ауылы мәҙәниәт йортонда 150 урынға иҫәпләнгән тамаша залы, 9 йүнәлештә ижади түңәрәктәр алып барыу өсөн майҙан ҡаралған. Яңы объект киләһе йыл июлдә асылыр тип күҙаллана.
Мәсетле районында ғына түгел, тотош республикала билдәле «Ҡарағай» шифаханаһы 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров учреждение хеҙмәткәрҙәрен иҫтәлекле дата менән тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров дауалау учреждениеһында асылған Хәрби дан музейы эшмәкәрлеге менән танышты. Дауалау учреждениеһы 1969 йылда “Сосновый бор” колхоз-ара шифаханаһы булараҡ асылған. Әлеге «Ҡарағай» исеме 2000 йылда бирелгән.
Ыҡ йылғаһы буйында Ҡарағайҙар араһында урынлашҡан шифахана һауыҡтырыу йүнәлешендә республикала дан тота. Саф һауа, сәләмәт туҡланыу , организмды һауыҡтырыу өсөн Ҡолтөбәк күленән алынған сапропель батҡағы, заманса дауалау өсөн медицина технологиялары ял итеүселәрҙе битараф ҡалдырмай. Төрлө йылдарҙа Ҡарағай республика буйынса иң яҡшы шифаханаларҙың береһе исемен яулай.
Флорида Ким