Радий Хәбиров Балаҡатай районынан МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты


Радий Хәбиров Балаҡатай районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы нагардаларҙы яҡындарына тапшырҙы. Ул шулай уҡ Республика кардиология үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ата-әсәләре өсөн һауыҡтырыу һәм реабилитация программаһы әҙерләнеүен иҫкә төшөрҙө һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларға дауалау курсы үтергә тәҡдим итте.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында ла төбәк етәксеһе Мәсетле районынан махсус хәрби операцияла һәләк булғыусыларҙың ғаиләләре менән осрашты. Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә Шайморатов орденын тапшырҙы. Радий Хәбиров Өфөлә яҡташтар иҫтәлегенә ҙур мемориал төҙөргә ниәтләүҙәрен билдәләне. Һәләк булған яугирҙарҙың туғандары осрашыуҙа балаларҙың белем алыуына һәм социаль түләүҙәргә ҡағылышлы бер нисә һорау бирҙе. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы һәм хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре яугирҙарҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.