Республикала медицина белгестәре етмәй

Урта звеноға 4 меңдән ашыу хеҙмәткәр кәрәк. Ошоға бәйле Һаулыҡ һаҡлау министрлығының студент-медиктарҙы эшкә йәлеп итеү буйынса бойороғо бар. 3-сө курсты тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр шәфҡәт туташы һәм шәфҡәт ағаһы булараҡ эшкә урынлаша ала. Шулай уҡ регистратор булырға хоҡуҡлы. Студенттар 4-се курстан һуң ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры итеп тәғәйенләнә ала. Улар табиптар менән бергә эшләй.